Поздравляем
Апрель 29, 2022
Просмотров: 7
Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтында полилингваль мәктәптәр өсөн ҙур сара ойошторолдо. Ошо йүнәлештәге эште ойоштороу йәһәтенән методик кәңәштәр пособияларын презентациялау, заманса технологияларға өйрәтеү оҫтаханаларының практик йүнәлештәге эшмәкәрлеге, төп мәсьәләләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән түңәрәк өҫтәлдә Учалы районы Сәфәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,М.Х.Минһажетдинов премияһы лауреаты , "Педагогик оҫталыҡ мәктәбе " республика конкурсы еңеүсеһе А.Х.Абдуллина һәм С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Е.В.Шахурина ҡатнаштылар.
Абдуллина Айгөл Хәлит ҡыҙы заманса технологияларға өйрәтеү оҫтаханаларының практик йүнәлештәге эшмәкәрлеге бүлегендә үҙенең оҫталыҡ дәресен инглиз, рус, башҡорт теле уҡытыусылары алдында юғары кимәлдә күрһәтеп тәжрибә уртаҡлашты. Был сарала ҡатнашыусылар ресурс үҙәк ойоштороусыларына : "Тағы ла илһамланыбыраҡ, ҡолас ташлап эшләү теләге уяттығыҙ, әллә күпме яңылыҡтар белдек, ҡайһы йүнәлештә барырға тигән һорауҙарға яуап таптыҡ, һәр сара төптән уйланылып, ныҡ юғары кимәлдә үтте", - тигән ихлас һүҙҙәр менән таралыштылар.